ӘСӘЛӘР ДОҒАҺЫ
(үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ)
Йә, Раббым! Рәхмәтең менән миңә балалар бирҙең. Балаларыма күркәм тәрбиә һәм яратыу бирер өсөн, ғүмеремдең һуңына тиклем яҡшы әсәй булырға насип ит! Йөрәгемде балаларыма ҡарата шәфҡәт, мәрхәмәт, миһырбанлыҡ менән тултыр. Балаларыма изге ғәмәлдәр ҡылырлыҡ, бер ҡасан да күңелдәрен рәнйетмәҫлек, әрләмәҫлек, аҡыл менән ғәҙел тәрбиәләрлек рухи көс бир! Сабырлыҡ бир миңә, иман бир! Раббым, минең балаларымдан һәм минән риза бул!
Йә, Аллаһым! Миңә хәйерле сәләмәтлек бир, бары тик сәләмәт булғанда ғына мин ғаиләмә файҙалы була алам. Йүгереп йөрөп, донъя көтөргә, балалар үҫтерергә аяҡ-ҡулдарым һыҙлауһыҙ булһын, күңелем тыныс, йәнем ҡәнәғәт булһын. Донъяма ҡот, ризығыма бәрәкәт, нигеҙемә именлек һәм ырыҫ бир! Балаларыма булған яратыуым, шәфҡәтем, иғтибарым уларҙа ла миңә ҡарата хөрмәт-ихтирам уятһын!
Йә, Раббым! Ир балаларыбыҙға иманлы, тәүфиҡлы, аҡыллы мосолман кәләштәре насип ит. Ҡыҙҙарыбыҙға иманлы, аҡыллы, ғаиләләре өсөн яуаплы, бала һәм ҡатын хаҡын белгән мосолман кейәүҙәре бир. Яуызлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, насар уйлы кешеләрҙән алыҫ йөрөт! Боҙомдарҙан, күҙ һәм һүҙ тейеүҙән, яманлыҡтан һаҡла!
Балаларыбыҙға ныҡлы иман, асыҡ зиһен, сәләмәтлек, оҙон ғүмер бир. Кешелекле, изгелекле, ата-әсәләренә мәрхәмәтле ит. Йөрөгән юлдары уң, эштәре хәйерле, хеҙмәттәре уңышлы булһын. Белемле-ғилемле булһындар. Лайыҡлы ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт, тәүфиҡлы балалар үҫтерһендәр, ғүмерҙәре буйы мөхәббәтле йәшәһендәр. Ир бәхете, ҡатын бәхете, балалар бәхете насип ит!
Эй Аллаһым, Һин мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе, кисереүсе, яратыусы!
Бөтә нәмә Һинең рәхмәтең айҡанлы була. Белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү итеп, доғаларымды, теләктәремде ҡабул ит! Амин!!!